+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Октябрь 2019, 02:12

Сәйәсмәндәр фекеренсә, АҠШ менән эш итеү киләсәк өсөн зыянлы. Ҡасандыр әйткән һүҙҙәрең өсөн иртәгә яуап бирергә тура килмәгәйе.

АҠШ-тың юғары даирәләрендә үҙҙәренең президентыныңкем менән, нимә хаҡында һөйләшеүен белеү тойғоһо көсәйә бара. Мәҫәлән, яңыраҡУкраина президенты Владимир Зеленский менән АҠШ президенты Дональд Трампосрашты һәм үҙҙәренең һөйләшеүен тулыһынса иғлан итергә мәжбүр булды.Һөҙөмтәлә, ике яҡ өсөн дә бер яҡшылыҡ та көтөлмәй.

АҠШ-тың юғары даирәләрендә үҙҙәренең президентының кем менән, нимә хаҡында һөйләшеүен белеү тойғоһо көсәйә бара. Мәҫәлән, яңыраҡ Украина президенты Владимир Зеленский менән АҠШ президенты Дональд Трамп осрашты һәм үҙҙәренең һөйләшеүен тулыһынса иғлан итергә мәжбүр булды. Һөҙөмтәлә, ике яҡ өсөн дә бер яҡшылыҡ та көтөлмәй.
Хәҙер АҠШ Сенаты һәм Конгресы, тәүге уңыштан дәртләнеп, Дональд Трамп менән Владимир Путиндың нимә хаҡында һөйләшеүҙәрен белергә теләй. Әйткәндәй, Кремль был ҡыҙыҡһыныуға ыңғай ҡарай, сөнки Рәсәй лидеры Владимир Путиндың американдарҙан йәшерерлек сере юҡ. Хатта Рәсәй Президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков әйтеүенсә, дипломатик практикала бындай аҙымдар ҡаралмаған, ләкин беҙ һөйләшеүҙәрҙең халыҡҡа иғлан ителеүенә ҡаршы түгелбеҙ. Тик бының өсөн нигеҙ һәм ике яҡлы килешеү булырға тейеш.
Артабан ваҡиғалар нисек үҫер, быныһын ваҡыт үҙе күрһәтер.
Читайте нас: