4 октярбҙән 14 октябргә тиклем Рәсәй Почтаһы аша ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылырға мөмкин. Ә бына Матбуғат йорто алдында 4 октябрҙә 12 сәғәткә гәзит-журналдарға яҙылырға теләүселәрҙе байрамға саҡырабыҙ. Һеҙҙе унда бай йөкмәткеле программа, концерт, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар көтә.
Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө викторина, йәнле осрашыуҙар, күңелле аралашыуҙар менән үрелеп барасаҡ. Иң бәхетле кешене супер-приз – ҙур форматлы һанлы телевизор көтә. Әгәр яратҡан гәзитегеҙгә, йәки журналығыҙға яҙылып, бүләк отһағыҙ, һеҙҙең хаҡта бөтә матбуғат саралары ла шаулаясаҡ. Рәхим итегеҙ! Һеҙҙе байрамда көтәләр!