+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2019, 10:27

Рәсәй Президенты һорауҙарға ентекле яуап бирҙе. Украина менән газ ташыу буйынса килешеү төҙөргә мөмкин.

Кисә Мәскәү ҡалаһында III Халыҡ-ара “Рәсәй энергетика аҙналығы” форумы эшен башланы. Сараның пленар өлөшөндә Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны һәм шаҡтай яңғырауыҡлы белдереүҙәр менән залды үҙенә ҡаратты.

Кисә Мәскәү ҡалаһында III Халыҡ-ара “Рәсәй энергетика аҙналығы” форумы эшен башланы. Сараның пленар өлөшөндә Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны һәм шаҡтай яңғырауыҡлы белдереүҙәр менән залды үҙенә ҡаратты.
Президент Рәсәйҙә энергетика тармағының киләсәге тураһында һөйләне һәм күп һанлы һорауҙарға яуап бирҙе. Сәғүд Ғәрәбстанында нефть эшкәртеү заводына осҡостарҙың һөжүме, АҠШ-тағы сәйәси хәлдәр һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе, хатта хәбәрселәргә долларҙың әһәмиәте, Украиналағы газ үткәргестәрҙе файҙаланыу хаҡында ла һөйләне.
Рәсәй Президенты белдереүенсә, АҠШ долларҙы сәйәси ҡорал сифатында конкуренттарға баҫым яһау өсөн файҙалана. Владимир Путин үҙенең Дональд Трамп менән һөйләшеүҙәренең стенограммаһын иғлан итеүгә ҡаршы түгел. Ә Украина менән газ ташыу буйынса килешеү төҙөргә мөмкин. Сөнки хәҙерге президент Владимир Зеленскийға бик ауыр мираҫ ҡалды, сәнәғәттең табыш килтергән иң төп тармаҡтары юҡ ителде. Ә инде АҠШ-тағы һайлауҙарға Рәсәйҙең ҡыҫылыуына килгәндә, Путиндың нескә юморы форумда ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.
Мәскәүҙәге форум үҙенең эшен дауам итә.
Читайте нас: