+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2019, 09:59

Владимир Путин фокустарға юл ҡуймаясаҡ. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу, тармаҡтағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Хөкүмәте быйыл дүртенсе, һуңғы ай ярымда икенсе тапҡыр йыйыла. Иғтибар итегеҙ, Хөкүмәт ултырыштарына Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе етәкселек итте.

Башҡаса мөмкин түгел, сөнки тармаҡта хәл итәһе бурыстар, проблемалар күп. Етешһеҙлектәрҙең иң үткере – кадрҙар мәсьәләһе. Быйыл 20 августа Владимир Путин етәкселегендә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында тармаҡта 25 мең табип, 130 мең урта звено табибы етешмәй, тип билдәләнгәйне. Төп сәбәптәрҙең береһе – эш хаҡын түләгәндә төрлө хәйләләргә юл ҡуйыу, бер урында өҫтәп, икенсеһендә күберәк кәметеү.
Владимир Путин билдәләүенсә, эш хаҡын түләгәндә фокустарға юл ҡуйырға ярамай.
Байтаҡ төбәктәрҙә эш хаҡы түбән булып ҡала. Мәҫәлән, дүрт төбәктә медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы төбәкттәге уртаса эш хаҡынан 30 процент, ун төбәктә – 50 процент тәшкил итә.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдереүенсә, тармаҡта эш хаҡын түләүҙе яйға һалыу өсөн киләһе йылға 50 миллиард һум аҡса талап ителәсәк.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн яҡын йылдарҙа 1,7 триллион һум аҡса тотоноласаҡ. Был сығымдар Рәсәйҙә 100 мең кешегә үлем осраҡтарын 350-гә тиклем кәметергә, һаулыҡ һаҡлау сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Рәсәй Президенты тармаҡ алдына етди бурыстар ҡуя. Октябрь аҙағында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Дәүләт Советы ултырышы үткәреләсәк.
Читайте нас: