Кисә Өфөгә Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушев килде. Уның ашығыс килеүенең сәбәбе бер – федераль министр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының үтәлеше менән танышыу.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан етәкселегенең ныҡышмалы хеҙмәте ыңғай һөҙөмтәләр бирә башланы. Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә торлаҡ төҙөлөшө һәйбәт ойошторолған, элек төҙөлгән торлаҡ йорттарҙа капиталь ремонт юғары темптар менән сифатлы алып барыла.
РФ министры урындағы хәлдәр менән танышып, милли проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн закон сығарыу базаһын артабан камиллаштырыу тәғдиме менән сығыш яһамаҡсы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров министрҙы Нефтекама ҡалаһында милли проекттың үтәлеше менән ентекләп танышты. Владимир Якушев күргәндәренән ифрат ҡәнәғәт ҡалды һәм: “Башҡортостан төҙөлөш йәһәтенән электән көслө булды. Һеҙ шул традицияларҙы һаҡлап ҡалғганһығыҙ икән. Беҙ һеҙҙең тәжрибәне Рәсәйгә таратыу йәһәтенән ҙур өмөт менән ҡарайбыҙ. Милли проектты тормошҡа ашырыу сифат һәм юғары күрһәткестәр менән нығытылырға тейеш. Ошо йәһәттән һеҙҙә өйрәнерлек миҫалдар бар”, – тип билдәләне.
Фото: http://leaders.bashkortostan.ru