-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 10:49

Бөгөн Рәсәй Президентының тыуған көнө. Тыуған көнөгөҙ менән, хөрмәтле Владимир Владимирович!

Әлбиттә, беҙҙең ҡотлауыбыҙҙың һеҙгә барып етеүе бик шикле, шулай ҙа һеҙ дәүләт башлығы булып эшләгән 20 йылға аҙмы-күпме баһа биреү теләге бар. Һеҙ Рәсәйгә етәкселек итә башлаған көндәрҙә ил бер ниндәй идара итеү мөмкинлеге булмаған, ҡайҙа барып батыры ла билдәһеҙ ғәләмәт ҙур карапты хәтерләтә ине. Халыҡ ас, дөйөм фәҡирлек, түрәләр һәм олигархтар ҡыуана-ҡыуана урлаша, эш хаҡы, пенсиялар һуңлап түләнә, Чечняла мәңге бөтмәҫ һымаҡ тойолған ҡан ҡойошло һуғыш бара, сит илдәр, хатта үҙебеҙҙең кисәге тоғро союздаштар көн һайын Рәсәйгә эре генә аяғын һөртә һәм башҡалар.

Беҙ юғарыла һаналғандарҙың күбеһенән ҡотолдоҡ, һәм ул ғына түгел, имен-аман оноттоҡ. Ни хәл итәһең, ябай кеше яҡшыға тиҙ өйрәнә. Һеҙҙең Рәсәй халҡының тормошон яҡшыртыу, йәшәү сифатын күтәреү өсөн арымай-талмай эшләүегеҙҙе күрәбеҙ. Беҙҙең хәҙер 20 йыл элек булған тормошҡа әйләнеп ҡайтыу теләге һис тә юҡ. Шуның өсөн һеҙгә түҙемлек, миһырбанлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ! Беҙгә күп кәрәкмәй, илдә – тыныслыҡ, эшләгәндәргә – эш хаҡы, пенсионерҙарға – мул аҡса, эшҡыуарҙарға – закон яҡлауы, сирлеләргә – сифатлы һаулыҡ һаҡлау системаһы, балаларға бәхетле бала саҡ насип итһен, тип теләйбеҙ. Һанай башлаһаң, байтаҡ йыйылып китә шул. Барыһына ла ҡайҙан еткерәһең. Хәйер, һуңғы осор Рәсәй байыны, аяғына ныҡ баҫты, сығымдары ла арталыр инде.
Ил-йортобоҙға – именлек, халыҡтарыбыҙға – һаулыҡ!
Читайте нас: