+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 10:48

Валентина Матвиенко милли проекттарҙың үтәлеүе айҡанлы борсолоу белдерә. Әлегә эштәрҙең яртыһы ла башҡарылмаған.

Федерация Советында 2020-2022 йылдарға бюджет мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышта Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко милли проекттарҙа ҡаралған эштәрҙең тормошҡа ашырылыуында етди артта ҡалыуҙарҙың булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, “Экология” 20 процентҡа, “Хеҙмәт етештерәүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” – 35, “Һанлы иҡтисад” дәүләт программаһы 15 процентҡа ғына үтәлгән.

Матвиенко етешһеҙлектәрҙең сәбәбен асыҡларға һәм финанслауҙы төбәк хөкүмәттәренә йөкмәтеүҙе тәҡдим итте.
Рәсәй Хөкүмәтендә белдереүҙәренсә, быйыл үҙләштерелмәгән аҡсаны киләһе йылда файҙаланыу мөмкинлеге бар. Рәсәй Финанс министры Антон Силуановтың әйтеүенсә, бүленгән аҡсаларҙың әлегә яртыһы самаһы ғына эшкә ҡушылған.
Читайте нас: