+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 02:25

Быйыл йыл башынан, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 77 кешегә кәмерәк һәләк булған. Юлдарҙа тәртип күренә башланы.

Автоһәүәҫкәрҙәр быйыл иғтибар иткәндер, Башҡортостан юлдарында ремонт эштәре күп башҡарыла, видео-регистраторҙар ҙа йыш күренә. Ысынлап та, төбәктә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҙур сығымдар бүленә.

Өфө ҡалаһында Комсомол исемендәге урам иң насарҙарҙан иҫәпләнә. Автоһәүәҫкәрҙәр был юлды Октябрь проспекты, йә Салауат Юлаев исемендәге проспект аша урап үтергә тырыша. Өс йылдан Комсомол урамы баш ҡалабыҙҙа иң төҙөк магистралдәрҙең береһе буласаҡ. Сөнки урамда быйыл йәй ремонт эштәре башланды.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты иҫәбенә яҡындағы йылдарҙа Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан “Урман техникумы”на тиклемге 3,84 км. өлөшөндә ремонт эштәре ҡыҙыу бара. “ДОРТРАНССТРОЙ” юл төҙөүселәре Бессонов урамынан “Галле округы”на тиклемге арауыҡта юл хәрәкәтен ваҡытлыса сикләне.
Комсомол урамындағы ремонт эштәре алдағы өс йыл эсендә тамамаланырға тейеш.
Читайте нас: