Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге белдереүенсә, Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 64,5 проценты Владмир Путиндың эшмәкәрлеген хуплай. Атаҡлы хоккейсы Александр Овечкин Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотлағанда илгә оҙағыраҡ идара итеүен теләне. “Рәсәй халҡының тормошон тамырынан яҡшыртыусы сифатында тарихҡа инеп ҡалығыҙ”, – тиелә хоккей йондоҙоноң ихлас ҡотлауында.
Рәсәй Президентын сираттағы һайлауға тиклем әле биш йыл самаһы ваҡыт бар. Ләкин сәйәси технологтар сираттағы ил башлығының кем буласағын күптән инде фаразлай. Владимир Путиндан һуң халыҡ Рәсәй Президенты вазифаһына хәҙеге Хөкүмәт башлығы Дмитрий Медведевты һайлаясаҡ, тип күҙаллай сәйәсмәндәр. Ә Владимир Путин, йәнәһе, Дәүләт Советына етәкселек итәсәк, тип фаразлаусылар ҙа бар.
Сәйәсәттә күҙаллауҙар һәм фараздар һәр ваҡыт булған, шуға күрә аналитиктарҙың алдан күрергә ынтылыуы һис тә ғәжәпләндермәй. Властың күсәгилешлелек шарттарында йәшәүе лә ят күренеш түгел, халыҡ юғары вазифала һыналған һәм күпселектең тормошон яҡшыртырҙай шәхестәргә өҫтөнлөк бирә.
Шуға күрә, ҡабаланмайыҡ, ваҡыты етер, барыһын да белербеҙ.