+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 12:55

Сибайҙарға – “Сәләм”! Яңы телеканал үҙ эшен башлай.

11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Сибай ҡалаһында Башҡортостандың өр-яңы телевизион каналы күрһәтә башлаясаҡ. Ҡаланың үҙәк майҙанында 12-13 сәғәттәрҙә телеканал хеҙмәткәрҙәре тамаша күрһәтәсәк, яңы канал тураһында һөйләйәсәк. Тантаналы сарала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Баййегет һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Зилиә Бәхтиева сығыш яһаясаҡ, төрлө бүләктәр уйнатыласаҡ, тип белдерә ойоштороусылар.

“Сәләм” телеканалы республика ҡала һәм райондарында муниципаль телеканалдарҙы һәм урындағы телестудияларҙы һаҡлау маҡсатында ойошторола. Яңы телеканал эфирында урындағы студияларға 5 сәғәт бүленәсәк. Урындағы студиялар үҙ тапшырыуҙарын иң ҡыҙыу ваҡытта – прайм-таймда ла күрһәтеү мөмкинлеге аласаҡ. “Сәләм” республиканың иң эре кабель операторҙары һәм интернет-сервистар ярҙамында тараласаҡ, тип көтөлә.
Сибай халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын 11 октябрҙә ҡаланың үҙәк майҙанында байрамда көтәләр.
Читайте нас: