+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 10:07

Владимир Путин яңы Башлыҡтарға фатихаһын бирә. Осрашыу шаршамбыға тәғәйенләнгән.

Владимир Путин яңы Башлыҡтарға фатихаһын бирә. Осрашыу шаршамбыға тәғәйенләнгән. 8 сентябрь – Берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй төбәктәрендә 19 Башлыҡ һайланғайны. Һайлауҙарҙа еңгән Башлыҡтарҙың барыһы ла “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе вәкилдәре. #ВладимирПутин

8 сентябрь – Берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй төбәктәрендә 19 Башлыҡ һайланғайны. Һайлауҙарҙа еңгән Башлыҡтарҙың барыһы ла “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе вәкилдәре.
Электән килгән ҡағиҙә буйынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы һайланған Башлыҡтарҙы ҡабул итә һәм үҙенең фатихаһын бирә. Осрашыу ваҡытында төбәктәрҙең социаль-иҡтисади хәле, милли проекттарҙың үтәлеше, етештереүҙе үҫтереү өсөн инвестициялар мәсьәләһе ҡаралыуы ихтимал.
Владимир Путин менән осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандың
яңы һайланған Башлығы Радий Хәбиров та буласаҡ. Радий Фәрит улы Хәбиров Башлыҡ
вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы сифатында республикаға 2018 йылдың 11 октярбендә
етәкселек итә башлағайны. 8 сентябрҙәге һайлауҙарҙа Радий Хәбиров иң күп тауыш
йыйып, Башлыҡ вазифаһына һайланды.
Читайте нас: