-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 10:30

Яңы Хөкүмәт еңен һыҙғаныр ваҡыт. Алда ҙур, ләкин үтәлерлек бурыстар көтә.

Хөкүмәт еңен һыҙғана, тиһәк тә әлегә бөтәһе лә ваҡытлыса вазифаларын башҡара. Сөнки һайланған Башлыҡ Радий Хәбиров, Конституцияға ярашлы, Хөкүмәтте отставкаға ебәрҙе. Киләһе аҙнала Хөкүмәт премьер-министры һәм Хөкүмәт ағзалары, министрҙар, төбәк башлыҡтары иғлан ителәсәк.

Хөкүмәт еңен һыҙғана, тиһәк тә әлегә бөтәһе лә ваҡытлыса вазифаларын башҡара. Сөнки һайланған Башлыҡ Радий Хәбиров, Конституцияға ярашлы, Хөкүмәтте отставкаға ебәрҙе. Киләһе аҙнала Хөкүмәт премьер-министры һәм Хөкүмәт ағзалары, министрҙар, төбәк башлыҡтары иғлан ителәсәк.
Хөкүмәтте милли проекттарҙы һәм сентябрь указын үтәү буйынса ҙур бурыстар көтә. Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров билдәләүенсә, Республика Башлығының сентябрь указын үтәү өсөн төп капиталға инвестицияларҙы иң кәмендә 500 млрд. һумға еткерергә кәрәк. Әлегә был һан 270 млрд. һум тәшкил итә. Төбәк тулайым продуктында инвестициялар әлегә 17,8 процент, ә уны 25 процентҡа күтәреү бурысы тора. Тимәк, төбәк иҡтисадының үҫеш темптарын ике тапҡырға арттырыу талап ителә.
Милли проекттарға һәм сентябрь указына ярашлы, 700-ҙән артыҡ объект төҙөү ҡаралған, уларҙың күбеһе социаль йүнәлештә, йәки халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн эшләнә. Төҙөүселәр өсөн дә ҙур бурыстар ҡуйылған. Мәҫәлән, торлаҡ төҙөлөшө, һәр кешегә иҫәпләгәндә, 24 кв. метрҙан 27,7 кв. метрға етергә тейеш.
Ауыл хужалығында игендең тулайым йыйымын 4 млн. тоннаға еткереү бик
мөмкин. Сөнки ауыл хужалығы белгестәре әйтеүенсә, райондарҙа файҙаланылмаған,
ағас, сүп-сар баҫҡан яландар бик күп. Указға ярашлы, 21 һөтсөлөк фермаһы, 50
мең баш үгеҙгә 10 мал һимертеү комплексы һ.б. объекттар төҙөү ҡаралған. Ә инде
ауыл хужалығының бөгөн 3 мең тракторға, 1,5 комбайнға мохтажлығын федераль
лизинг һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә генә хәл итергә мөмкин.
Читайте нас в