Башҡортостан юлдарында автоһәләкәттәрҙә, былтырғы осор менән сағыштырғанда, һәләк булғандарҙың кәмеүе шуға ишара.
Кем юл йөрөй, күрәлер, юлдарҙа хәлдәр күҙгә күренеп яҡшырған һымаҡ. Транспорт артериялары заманса яңыртыла йәки еренә еткереп ремонтлана.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” дәүләт проектына ярашлы, видео теркәгестәр быға тиклем автоһәләкәттәр йыш булған урындарға йыш ҡуйыласаҡ. ЮХХДИ-ҙан хәбәр итеүҙәренсә, заманса 60 видео-комплекс юлдарҙағы һәр автомобилде теркәй һәм тиҙлекте арттығанда, тыйылған урында автомобилде үтеп киткәндә, ҡаршы яҡ юлға сыҡҡанда “сәләм”де үҙәк аша водителгә ебәрә. Бындай урындарҙа тәртип боҙоуҙар ҡырҡа кәмегән.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан юлдарында ошондай 280 видео-комплекс эшләй башлаясаҡ һәм тәртип һағында уяу торасаҡ.
Шул сәбәпле, юлдарҙа автоинспекторҙар һанының кәмеүе көтөлә. Сөнки видео-регистраторға ришүәт биреп булмай, ул һатыулаша белмәй, юл ҡағиҙәһен боҙоусыны ғәфү итмәй.