-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 03:26

Ҡатын-ҡыҙҙың үҙәгенә үткән иң ауыр мәсьәлә. Йөрәгең аҫтынан балаңды һурып алһындар әле.

Милли проекттар араһында “Демография” – иң ауыр мәсьәләләрҙең береһенә әйләнеүе ихтимал. Сөнки, социологтар билдәләүенсә, Рәсәйҙә демографик көрсөк дауам итәсәк, кешеләрҙең артыуы 2024 йылда ғына көтөлә. Әгәр түгелгән сығымдар файҙа килтерә башлаһа ғына. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Милли проекттар араһында “Демография” – иң ауыр мәсьәләләрҙең береһенә әйләнеүе ихтимал. Сөнки, социологтар билдәләүенсә, Рәсәйҙә демографик көрсөк дауам итәсәк, кешеләрҙең артыуы 2024 йылда ғына көтөлә. Әгәр түгелгән сығымдар файҙа килтерә башлаһа ғына.
Ә былай ышаныс юҡ дәрәжәһендә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, Рәсәйҙә йыл һайын 576 меңгә яҡын аборт эшләнә, шуның 290 меңе (иғтибар итегеҙ, яртыһы, тип әйтерлек) ҡатын-ҡыҙҙарҙың теләге буйынса.
Рәсәй Хөкүмәре вице-премьеры Татьяна Голикова: “Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ауырҙы төшөртөүгә ҡаршы аңлатыу эше алып барыу тыуымды арттырыу буйынса төп резерв булып тора”, – тип иҫбатлай.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҡаршы түгел, ә Хөкүмәт нимә эшләгән һуң? РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Демография” милли проекты сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында һаулыҡ һаҡлау психологтары вазифалары өсөн өҫтәмә түләү индерергә тәҡдим итә.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылда бала төшөрөү буйынса мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15 проценты психолог ярҙамынан һуң аборттан баш тартҡан һәм, һөҙөмтәлә, 40 меңдән ашыу бала тыуған. Был һан ике Баймаҡтан күберәк.
Мәғлүм булыуынса, яралғы барлыҡҡа килгәндән һуң 21 көн үткәс уның йөрәге тибә башлай. Һинең йөрәгең аҫтында барлыҡҡа килгән баланан нисек баш тартмаҡ кәрәк?
Читайте нас: