+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 06:19

Рәсәй Яҡын Көнсығышҡа яҡыная. Беҙҙе нефткә хаҡтар берләштерә.

Рәсәй Яҡын Көнсығышҡа яҡыная. Беҙҙе нефткә хаҡтар берләштерә. Сәйәси күҙәтеүселәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Сәғүд Ғәрәбстанына һәм Берләшкән Ғәрәп әмирлектәренә эшлекле сәфәрен ифрат уңышлы, тип баһалай. Ике көн оҙайлы һөйләшеүҙәр, бер нисә тиҫтә төҙөлгән килешеүҙәр һәм тулыһынса фекерҙәр уртаҡлығы... #ВладимирПутин

Сәйәси күҙәтеүселәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Сәғүд Ғәрәбстанына һәм Берләшкән Ғәрәп әмирлектәренә эшлекле сәфәрен ифрат уңышлы, тип баһалай. Ике көн оҙайлы һөйләшеүҙәр, бер нисә тиҫтә төҙөлгән килешеүҙәр һәм тулыһынса фекерҙәр уртаҡлығы.
Сәғүд Ғәрәбстанында ғына утыҙға яҡын килешеү төҙөлгән. Рәсәй Президенты Сәғүд Ғәрәбстаны короле менән хәрби-техник хеҙмәттәшлек, уртаҡ инвестиция проекттары, ауыл хужалығын үҫтереү һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында ентекле һөйләшеүҙәр алып барҙы һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
Мәғлүм булыуынса, король һунар ҡоштары менән ауға сығыуға өҫтөнлөк бирә икән. Рәсәй Президенты королгә Камчатканан сыбар шоңҡар бүләк итте. Әйткәндәй, короллектә бындай ҡоштарҙың хаҡы бер нисә йөҙ мең долларға етә.
Мәскәү менән Эр-Рияд хәҙер халыҡ-ара нефть баҙарында ла уртаҡ тел тапты һәм хаҡтарҙы тотороҡландырыу өсөн “ҡара алтын” сығарыу кимәлен кәметеүгә йүнәлеш алды. Ике дәүләт араһында тауар әйләнеше лә ышаныслы үҫә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Яҡын Көнсығышҡа эшлекле сәфәре Берләшкән Ғәрәп әмирлектәренән һуң тамамланасаҡ.
Читайте нас: