+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 04:52

Юл төҙөүселәр йомғаҡ яһарға әҙерләнә.

Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә иң ҙур юл хужалығына эйә булған төбәктәрҙең береһе. Беҙҙә дөйөм оҙонлоғо 13 мең километрҙан артыҡ 626 автомобиль юлы, 1642 күпер теркәлгән. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты.

Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә иң ҙур юл хужалығына эйә булған төбәктәрҙең береһе. Беҙҙә дөйөм оҙонлоғо 13 мең километрҙан артыҡ 626 автомобиль юлы, 1642 күпер теркәлгән.
Быйыл республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға 3,1 млрд. һум аҡса бүленгән. Хөкүмәт ултырышында милли проектта ҡаралған эштәр өсөн бүленгән аҡсаны файҙаланыу тәртибе ҡаралды. Әлегә бүленгән аҡсаның 90 процентҡа яҡыны үҙләштерелгән.
Ҡышҡа әҙерлек кимәле лә ҡәнәғәтләнерлек, тип табылды. Милли проект сиктәрендә урам таҙартыу техникаһы һатып алынасаҡ, сөнки улар әлегә етешмәй. Был мәсьәлә Өфө ҡалаһында айырыуса киҫен тора. Баш ҡала өсөн ҡар таҙартыу һәм ҡар иретеү пункттары өҫтәлмә рәүештә һатып алынасаҡ.
Читайте нас: