РФ Президенты Владимир Путин стратегик көстәрҙең баллистик һәм ҡанатлы ракеталарын осороу буйынса күнекмәләргә етәкселек итте. Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күнекмәләр ваҡытында юғары теүәллектәге “Калибр” ҡанатлы ракеталары Баренц һәм Каспий диңгеҙҙәренән Архангельский өлкәһендәге сәптәргә тоҫҡап осоролған. Плесецк космодромынан “Ярс” ракета комплекстары Камчаткалағы Кура полигонына тоҫҡап ракета осорған. Күнекмәләргә шулай уҡ ТУ-95 МС алыҫ авиация самолеттары йәлеп ителгән һәм улар Коми Республикаһындағы Пембой, Камчаткалағы Кура полигондарына ракеталар осорған.
Оборона министрлығы белдереүенсә, күнекмәләр ваҡытында ҡуйылған бурыстар тулыһынса тормошҡа ашырылған. Ябайлаштырып әйткәндә, Рәсәйҙең оборона ҡеүәте заман талаптарына яуап бирә.