+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2019, 10:16

Ҡара континент өсөн көрәш алда әле. Рәсәй Африкала ғәҙел конкуренция яҡлы.

23-24 октябрҙә Сочи ҡалаһында Рәсәй-Африка саммиты һәм иҡтисади форумы эшләйәсәк. Рәсәй яғынан ҡитғаның 54 иленә саҡырыу ебәрелгән, 40-лап илдең башлығы ҡатнашырға ризалығын биргән. #ВладимирПутин

23-24 октябрҙә Сочи ҡалаһында Рәсәй-Африка саммиты һәм иҡтисади форумы эшләйәсәк. Рәсәй яғынан ҡитғаның 54 иленә саҡырыу ебәрелгән, 40-лап илдең башлығы ҡатнашырға ризалығын биргән.
Ошо айҡанлы Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Беҙ Африка илдәре менән ғәҙел конкуренция шарттарында хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Ләкин башҡа илдәр баҫым яһау, ҡурҡытыу, шантаж менән Африканың үҙ аллы илдәренә йоғонто яһай. Улар Африка дәүләттәренә үҙҙерәнең элекке колониялары сифатында ҡарай һәм Рәсәйгә тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырыуға ҡамасаулай”, – тип белдерҙе ТАСС хәбәрсеһенә биргән интервьюһында.
Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Африканың күпселек илдәре Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итергә теләй. Сөнки Рәсәй Хөкүмәте Африка илдәренең мәнфәғәттәрен яҡлай, бер яҡлы санкцияларҙан ҡурсалай һәм долларҙан баш тартып, үҙ-ара хисаплашҡанда урындағы валюталарҙы ҡабул итергә әҙер.
Әлбиттә, Рәсәйҙең дипломатик, сәйәси, иҡтисади уңышы Көнбайыш илдәренә оҡшамай. Уларҙың Африкаға ҡарата үҙ маҡсаттары бар. Шулай булғас, континент өсөн көрәш алда әле, тип фаразларға ғына ҡала.
Читайте нас: