-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2019, 10:30

“Мәғариф” милли проекты өсөн “Үҫеш нөктәһе”. Мәктәптәрҙең матди-техник базаһы яңыра.

Башҡортостан мәктәптәрендә “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” исемле һанлы һәм заманса мәғариф үҙәктәре төҙөү дауам итә, 2024 йылға уҡыусыларҙың 70 проценты самаһы яңыса ойошторолған белем усаҡтарында уҡыясаҡ.

Яҡындағы йылдарҙа 380 өр-яңы үҙәк ишектәрен асасаҡ. Быйыл 133 мәғариф үҙәге төҙөлә, уларҙа 60 мең самаһы уҡыусы белем аласаҡ, 2022 йылға тиклем тағы ла 249 мәктәптә белем биреү яңыса ойоштороласаҡ.
“Үҫеш нөктә”ләрен тәьмин итеү федераль һәм урындағы ҡаҙна иҫәбенә тормошҡа ашырыла һәм үҙ эсенә класс бүлмәләрен йыһазландырыу, өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороуҙы ала. Уҡыусылар, һәләтенә ҡарап, төрлө спорт түңәрәктәрендә күнегәсәк, технология, проект, тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәк.
Читайте нас в