+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 10:28

Рәсәй Президентының сираттағы яңғырауыҡлы еңеүе. Төркиә президентына Рәсәй тәҡдимдәрен ҡабул итеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Кисә Сочиҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә лидеры Рәжәп Эрдоганды ҡабул итте. Һөйләшеүҙәр, төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, ете сәғәткә яҡын дауам иткән. Владимир Путин, күҙәтеүселәр билдәләүенсә, ниндәй дәлилдәр һәм һүҙҙәр тапҡандыр, Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган Сүриәнең төньяғында һуғышты туҡтатыу тураһында тәҡдимдәрҙе ҡабул иткән һәм ғәскәрҙәрен үҙ еренә ҡайтарырға булған.

Рәсәй Президенты Владимир Путин һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе хаҡында шунда уҡ Сүриә башлығы Бәшәр Асадҡа хәбәр иткән. Шулай уҡ ҡурд хәрбиҙәре лә һөжүм итеүен туҡтатҡан һәм үҙ позицияларына әйләнеп ҡайтҡан.
Көнбайыш европа илдәре һәм АҠШ етәкселеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сираттағы дипломатик еңеүен ифрат ауыр ҡабул итә. Сөнки Сүриә етәкселегенең талабы көсөндә ҡала, барлыҡ саҡырылмаған хәрби көстәр илдән сығырға һәм дәүләттең суверенитетын хөрмәт итергә тейеш. Әйткәндәй, был ҡәтғи талап Рәсәй хәрби көстәренә ҡағылмай.
Читайте нас: