+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 02:17

ЮХХДИ-ҙан һеҙгә штраф килдеме? Борсолмағыҙ, тимәк, һеҙҙе танығандар.

Оҙаҡламай һеҙҙең автомобилегеҙ булмаһа ла юлхәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф килеүе бик ихтимал. Киләһе йылданйәйәүлеләрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында Өфө урамдарына меңгә яҡын урамкамералары ҡуйыласаҡ. Был видео-теркәгестәр кешеләрҙең йөҙөн хатаһыҙ таныясаҡ.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты Башҡортостан ерендә үҙенең тәүге емештәрен бирә башланы. Быйыл юлдарҙа туғыҙ ай эсендә, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, аварияларҙа үлем осраҡтары 8,8 процентҡа кәмерәк теркәлгән.
Был республика тарихында беренсе тапҡыр һәм Рәсәйҙә бик һирәк ыңғай миҫалдарҙың береһе.
Үҙегеҙ күреп йөрөйһөгөҙ, Башҡортостанда автомобиль юлдары төҙөү һәм ремонтлау эштәре бик яҡшы ҡуйылған. Сифатлы юлдар авто-һәләкәттәрҙең кәмеүенә, һис шикһеҙ, булышлыҡ итә.
Хәҙер юлдарҙа заманса күҙәтеү саралары ла киң ҡулланыла, юл саттарында, транспорт күпләп йөрөгән урындарҙа, видео-теркәгестәр урынлаштырыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Оҙаҡламай Өфөлә тағы ла шундай 62 видео-фото теркәү камералары урынлаштырыласаҡ.
Оҙаҡламай һеҙҙең автомобилегеҙ булмаһа ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф килеүе бик ихтимал. Киләһе йылдан йәйәүлеләрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында Өфө урамдарына меңгә яҡын урам камералары ҡуйыласаҡ. Был видео-теркәгестәр кешеләрҙең йөҙөн хатаһыҙ таныясаҡ. Шуға күрә юлдарҙа һаҡ булығыҙ, һеҙҙең ғүмерегеҙҙең именлеген һаҡларға теләүселәр күбәйәсәк.
Читайте нас: