+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2019, 11:18

Төп талап – Урта һәм Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү. Эшҡыуарҙарҙы етди һәм көслө ярҙам көтә.

Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡтың ауыр үҫешеүе власты борсомай ҡалмай. Сөнки Урта һәм Кесе эшҡыуарлыҡ предприятиеларын үҫтермәй тороп, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу бик ауырға тура киләсәк. Сәбәп нимәлә? Дәүләт төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙер, ләкин эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәр бик аҙ.

25 октябрҙә Өфө ҡалаһында “Минең бизнес” эшҡыуарлыҡ форумын үҫтереүгә бәйле матбуғат конференцияһы үткәрелде. Форум Башҡортостандың баш ҡалаһында 30 октябрҙә үтәсәк. Ойоштороусылар 5 меңдән ашыу кеше килеүен көтә. Улар милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәрен өйрәнәсәк. Матбуғат конференцияһында Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажитдинов ҡатнашты һәм милли проекттар сиктәрендә Башҡортостанда биш төбәк программаһы төрмошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
Программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 785 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шуның 670 миллионы – федераль ҡаҙнанан килә. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажитдинов билдәләүенсә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу – төп йүнәлештәрҙең береһе. Республика Хөкүмәте 2024 йылға тиклем Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡ менән ярты миллионға яҡын кеше шөғөлләнеүен тәьмин итергә теләй. Был ифрат ҙур бурыс, республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бөтә шарттарҙың булыуы Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡ өсөн яңы офоҡтар аса.
Читайте нас: