-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 03:01

Владимир Путин бөгөн Венгрияла. Владимир Путин менән Виктор Орбанды дуҫлыҡ ептәре бәйләй.

Европа көнләшеп, Рәсәй менән Венгрияның яҡынайыуын күҙәтә һәм Виктор Орбанды тәнҡитләү өсөн сәбәптәр эҙләй. Сәбәп бар, баҡтиһәң, Виктор Орбан Владимир Путин менән дуҫлығын юғары баһалай һәм хеҙмәттәшлек итеүҙең яңы юлдарын эҙләй. Венгрия элек-электән Рәсәйҙе ышаныслы иҡтисади партнер итеп күрә һәм араларҙы өҙөргә теләмәй. Был юлы Венгрияны тәнҡитләүселәр сафына Вашингтон үҙе лә баҫты.

Венгрия менән Рәсәй күптән хеҙмәттәшлек итә, хатта уларҙы шәхси һәм ышаныслы мөнәсәбәттәр бәйләй икән. Венгрия аҡлана һәм үҙен тәнҡитләүселәр араһында Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға теләүселәрҙе күберәк күрә.
Был осрашыу ни өсөн АҠШ-ҡа оҡшамай? Венгрия – НАТО ағзаһы, шул уҡ ваҡытта, Рәсәйҙән нефть һәм газды күпләп һатып алыусы. Шулай булғас, нимә мөһим, үпкәсел союздаштармы, әллә тотороҡло килеп торған яғыулыҡмы?
Рәсәй менән бәйләнештәрҙе өҙөү Украина хәленә ҡалдырыуы бик ихтимал. Киев Рәсәй менән иҡтисади бәйләнештәрҙе уңды-һулды ҡарамай өҙҙө һәм бөгөн “Европаның иң фәҡир иле” тигән мәсхәрәле исемде күтәрергә мәжбүр булды.
Ә Мәскәү менән Будапештҡа килгәндә, ике ил өсөн хеҙмәттәшлек юлдары күп. Ә Владимир Путин менән Виктор Орбан һөҙөмтәле эшмәкәрлектән баш тартырға теләмәй.
Читайте нас в