-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 10:22

Һеҙҙе этнографик диктантта көтәләр. Ул Башҡортостанда 55 урында яҙыласаҡ.

Бөгөн барлыҡ Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Ҙур этнографик диктант” яҙыуҙа ҡатнашырға теләүселәр йыйыласаҡ. Бындай акция Рәсәйҙә дүртенсе тапҡыр үткәрелә һәм бик популяр иҫәпләнә. Акцияны ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың белем кимәлен баһалауҙы йәки асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуймай, киреһенсә, һеҙ үҙегеҙҙең мөмкинлектәрегеҙҙе барлайһығыҙ.

Утыҙ һорауҙан төҙөлгән диктанттың егермеһе дөйөм Рәсәй, ҡалған унауһы һеҙҙең тыуған яҡҡа арналасаҡ. Һорауҙарға яуап биреү өсөн ҡәҙимге 45 минут бүленгән, ә дөрөҫ яуап биргәндәр 30 балл йыясаҡ.
Беҙҙең төбәктә диктантты БР Мәҙәниәт, Мәғариф һәм Фән министрлыҡтары, Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡурсалай. Әгәр диктантты барыһы менән дә яҙыуҙан мәхрүм ҡалһағыҙ, борсолмағыҙ, 1 ноябрҙән 4-нә тиклем www.miretno.ru сайтында үтергә мөмкин.
10 ноябрҙә юғарылағы сайт аша үҙегеҙҙең белем кимәлен асыҡлай алаһығыҙ. Еңеүселәр ҙә шул көндө рәсми сайт аша иғлан ителәсәк.
Фото http://miretno.ru/ сайтынан алынды.
Читайте нас в