+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 03:22

Путин электән башҡарыусан, тәртипле һәм намыҫлы булған. Рәсәй Президентының элекке Ленинград партия архивында һаҡланған ҡылыҡһырламаһын күрһәттеләр.

Рәсәй Президентының элекке Ленинград партия архивында һаҡланған ҡылыҡһырламаһын күрһәттеләр.

Берәүгә лә сер түгел, Рәсәйҙең хәҙерге Президенты үҙенең карьераһын Дәүләт именлеге комитетында башлай, ҙур һәм ҡатмарлы юл үтә. Фирҡә архивынан алып халыҡҡа тәҡдим ителгән документ яҙылғанда Рәсәйҙең буласаҡ Президентына 25 йәш тулған. 1975 йылдан ул комсомол комитетында ойоштороу һәм спорт эштәре өсөн яуап биргән. Дзюдо һәм самбо буйынса СССР спорт мастеры, Ленинградтың дзюдо буйынса чемпионы. Үҙенә тапшырылған эштәрҙе ваҡытында һәм намыҫ менән башҡарған. Етәкселектән бер нисә тапҡыр рәхмәт хаты алған.
Владимир Путиндың хеҙмәт биографияһының Ленинград осоронан 45 йыл самаһы ваҡыт үтте. Хәҙер бына һуңғы 20 йылда ул Рәсәй Федерацияһының Президенты, аҙаҡ премьер-министры һәм тағы ла Президенты вазифаһын башҡара. Владимир Путин әлеге вазифаһында 2024 йылға тиклем эшләйәсәк. Ошо 20 йылда Рәсәй Президенты беҙҙең күҙ алдында үҫте, 90-сы йылдар аҙағындағы болғансыҡ дәүерҙе, Рәсәйҙең Европа алдында теҙләнеп торған дәүерен, Чечнялағы мәңге бөтмәҫ һымаҡ тойолған һуғышты, аҡсаһыҙлыҡты һәм хәйерселекте беҙ тиҙ оноттоҡ, шикелле.
Ғәжәпләнмәйек, торғонлоҡ мөһөрө һуғылған ҡәҙерле һәм хөрмәтле Леонид Брежнев дәүерен һағынғандар иҫән-һау һәм байтаҡ булған осор кешеләре беҙ. Киләсәктә тормошобоҙ тағы ла яҡшырыр, пенсияһын да, эш хаҡын да мул түләрҙәр, тип өмөт итәйек. Рәсәй халҡы әүәл-әүәлдән батшаларҙың, аҙаҡ етәкселәрҙең йомартлығына һәм миһырбанлығына өмөтләнеп йәшәп өйрәнгән. Беҙ ҙә яҡшыға өмөт итәйек, Владимир Путин етәкселек иткән дәүерҙе һағынып һөйләрлек булһын.
Читайте нас: