+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 09:49

Халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшыра. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ыңғай һөҙөмтәләре ошо булһа ярар ине.

Халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе властың иң юғары баҫҡысында ултырыусыларҙы ла борсой. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғына Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо проблемаға арналған ике-өс кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостанда ошо йәһәттән хәлдәр нисек, ыңғай үҙгәрештәр тойоламы?
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр милли проекттар сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла, халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү яҡшыра.
Төбәктең 85 поликлиникаһында бушлай тикшерелеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йыл аҙағына тиклем 750 мең кешене тикшерергә ниәтләй.
Яңы ғына “Һау республика, һау төбәк” акцияһына йомғаҡ яһалды. Уға ярашлы, апрелдән октябргә тиклем Башҡортостан табиптары ауылдар буйлап йөрөнө һәм 100 мең кешенең һаулығын тикшерҙе. Был акция киләсәктә лә дауам итәсәк.
Читайте нас: