-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 10:35

Өфө юлдары яҡшырасаҡ. Ниһайәт, Комсомол урамын да ремонтлайҙар.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә башланы. Юлдар яҡшыра, юл-транспорт фажиғәләре әҙерәк теркәлә. Мәҫәлән, быйыл, былтырғы осор менән сағыштырғанда, һәләк булыусылар һаны 78 кешегә кәмерәк теркәлгән.

Баш ҡаланың Комсомол урамы иң насарҙарҙың береһе иҫәпләнә ине һәм автомобиль йөрөтөүселәр уны урап үтергә тырышты. Бында хәҙер ремонт эштәре башланды, бының өсөн 890 миллион самаһы аҡса бүленгән. Урамдың Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан алып, Урман техникумына тиклемге өлөшө ике йыл эсендә ремонтланып бөтөргә тейеш. Әлегә Галле округынан СССР-ҙың 50 йыллығы исемле урамына тиклемге өлөшө яртылаш ябылған.
Урамда эштәр йыл әйләнәһенә барасаҡ һәм ҡышҡы айҙарҙа ла туҡтамаясаҡ.
Читайте нас: