+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 02:01

Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһына ярҙамды Владимир Путиндың хеҙмәте, тип баһалағандар.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе, Иванов өлкәһе губернаторы Станислав Воскресенский медицина учреждениеларында башланғыс ярҙамды яҡшыртыуҙы Рәсәй Президентының шәхси хеҙмәте, тип баһалаған.

Ә төбәктәрҙә губернаторҙар, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, хатта уларҙан күберәк эш хаҡы алған баш табиптар үҙҙәренең күп һанлы урынбаҫарҙары менән нимә эшләйҙәр икән?
Эйе, Рәсәй Президенты һаулыҡ һаҡлауҙағы етешһеҙлектәрҙе хәл итеүгә ҡулдан идара итеүгә юҡҡа тотонманы. Быйыл ғына ошо проблемаларҙы хәл итеү өсөн Президент кимәлендәге 3-4 кәңәшмә үткәрелде, ләкин урындарҙан ялыуҙар килеүен дауам итә.
Ябай халыҡтың һаулығын һаҡлау өсөн көрәш дауам итә.
Читайте нас: