Башҡортостанда йыл һайын 13 меңдән ашыу яман шеш осрағы теркәлә. Сир менән көрәшеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Республика онкология диспансеры өр-яңы технологиялы ҡорамалдар һатып алды. Улар яман шешкә ҡаршы заманса көрәш алымдары менән йылына 120 меңдән артыҡ тикшеренеү үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Республикала әле яман шеш менән сирләүсе 85 мең кеше иҫәптә тора. Яңы ҡорамалдарҙы файҙаланыу рак сирҙәрен иртәрәк асыҡларға мөмкинлек биргән. Ваҡытында дауаланыу һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары 2,3 процентҡа кәмегән.
“Онкологик сирҙәр менән көрәш” проектына ярашлы Өфөлә хирургия корпусын төҙөү дауам итә, бынан тыш Күмертау, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында сирлеләргә амбулатор ярҙам күрһәтеү үҙәктәре эшләй һәм сирҙәрҙе иртә асыҡларға ярҙам итә.