+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 11:20

Иғтибар үҙәгендә – дәүләт проекттарының үтәлеше. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Советтың президиумы ултырышында Владимир Путин сығыш яһаны.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылда 2024 йылға тиклем дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса Указға ҡул ҡуйғайны. Яңы проекттар Рәсәй кимәлендә нигеҙ итеп өс йүнәлеште алған – иҡтисади үҫеште тәьмин итеү, кеше капиталы һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылда 2024 йылға тиклем дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса Указға ҡул ҡуйғайны. Яңы проекттар Рәсәй кимәлендә нигеҙ итеп өс йүнәлеште алған – иҡтисади үҫеште тәьмин итеү, кеше капиталы һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Кисә Рәсәй Хөкүмәтендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Советтың президиумы ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн оборона сәнәғәт комплексы мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланырға кәрәк, тип тәҡдим итте. Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев билдәләүенсә, дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу ил иҡтисадын ныҡлы үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан ҙур сығымдар бүленә. Тик бүленгән аҡсаны үҙләштереүҙә закон боҙоуҙарға, урлашыуҙарға, мутлашыуҙарға юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Үкенескә ҡаршы, күпселек төбәктәрҙә закон боҙоуҙар күҙәтелә. РФ генераль прокуроры Юрий Чайка үҙенең сығышында быйыл милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда 2,5 мең закон боҙоуҙарға юл ҡуйылыуы хаҡында әйтте.
Сығыш яһаусылар дәүләт проекттарын тормошҡа ашырғанда Урта һәм Кесе бизнесты йәлеп итеү мөмкинлектәрен барланы. Ысынлап та, алда ҙур төҙөлөштәр көтә, улар барыһы ла халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, дәүләт проекттарын ысынбарлыҡҡа әүерелдереү өсөн яҡын йылдарҙа 6,2 триллион һумлыҡ техника, заманса технологиялы ҡорамалдар, йыһаздар кәрәк буласаҡ. Ошо аҡсаға яңы техника етештереү заводтарҙы заказдар һәм эш урындары менән тулыландырырға, һөҙөмтәлә, йәшәү кимәлен күтәрергә булышлыҡ итер ине.
Читайте нас: