-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 08:55

“Көнсығыш” космодромында урлашыуҙар дауам итә. Рәсәй Президенты эштәрҙең барышы менән ҡәнәғәт түгел.

Алыҫ Көнсығышта космодром төҙөлөшө 2012 йылда башланды һәм барлыҡ эштәр 92 миллиард һумға башҡарылырға тейеш ине. Космодромды файҙалана башлау бер нисә тапҡыр кисектерелде. Эштәр сифатһыҙ башҡарыла, урлашыуҙар теркәлә, уғрылар хөкөм ителә. 2015 йылда барлығы 13 миллиард һум аҡса урлауҙары асыҡланды.

Космодром әле булһа файҙаланыуға тапшырылмаған. Уны сафҡа индереү буйынса кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Йөҙ тапҡыр әйттек, үтә күренмәле эшләгеҙ! Проект дөйөм дәүләт әһәмиәтенә эйә. Ҙур аҡсалар бүленә. Юҡ! Һаман да йөҙәр миллионлап урлайҙар!” – тип белдерҙе.
Дәүләт башлығы әйтеүенсә, тиҫтәләрсә енәйәт эше асылғандан һуң да урлашыуҙар дауам итә. Путин проекттың дәүләт әһәмиәтендә булыуына баҫым яһаны.
Читайте нас: