+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 10:50

Төбәктең ныҡлығы милли проекттарҙы үтәүҙә һынала. Башҡортостанда эштәр нисек бара?

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә төбәктә милли проекттарҙы үтәү мәсьәләһе ҡаралды. Ошо мәсьәлә буйынса Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны һәм федераль ҡаҙнанан милли проекттарҙы һәм төбәк программаларын үтәү өсөн 68,6 миллиард һум аҡса бүленеүе хаҡында әйтте. Ун ай йомғаҡтары буйынса йәлеп ителгән аҡса 4,3 миллиард һумға күберәк булған. Күпселек аҡса юлдар ремонтлау, күперҙәр төҙөү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф тармағын үҫтереү өсөн бүленгән.

Республика Хөкүмәтен киләһе йылда ла ҙур эштәр көтә. Төбәк министрлыҡтары 2020 йылда проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 36 миллиард һумлыҡ 124 ғариза әҙерләгән. Әле йыл аҙағына тиклем ваҡыт бар, быйыл бүленгән аҡсаны үҙләштереү, киләһе йылға яңы эш фронты булдырыу өсөн әҙерлек бик етди бара.
Читайте нас: