+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 11:20

Иғтибар иткәнһегеҙҙер, хәҙер күперҙәрҙе йыш ремонтлайҙар. Йүнәтеү эштәре йыл әйләнәһенә барасаҡ.

Дөрөҫ күрәһегеҙ, хәҙер Башҡортостанда күперҙәрҙе күпләп ремонтлайҙар. Быйыл ғына 28 күпер яңыртыласаҡ, тағы 12 күпер төҙөләсәк һәм үҙгәртеп ҡороласаҡ. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә үҙенең сәхифәһендә, күперҙәрҙе ремонтлау йыл әйләнәһенә барасаҡ һәм автотранспорт йөрөтөүселәр, пассажирҙар мәнфәғәтендә эшләнә, тип белдерҙе.

Башлыҡ яҙыуынса, Бөрйән районының Нәби ауылы халҡы ғүмер буйы көткән күпер ошо көндәрҙә сафҡа инәсәк. Киләсәктә төбәктә барлыҡ күперҙәр ҙә ремонтланып бөтәсәк.
Күперҙәр урындағы ҡаҙна, шулай уҡ “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы яңыртыла. Ошо йәһәттән Башҡортостан милли проекттарҙа ҡаралған пландарҙы үтәү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Быйыл ғына республикала социаль проблемаларҙы хәл итеү, яңы объекттар төҙөү өсөн 68 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ.
Читайте нас: