-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 13:29

Рәсәй ҡоралы бер тапҡыр ҙа атмайынса Төркиә менән АҠШ-тың мөнәсәбәттәрен боҙҙо. Трамп менән Эрдоған араһында һөйләшеүҙәр бик көсөргәнешле бара.

Матбуғат конференцияһында күренеүенсә, Трамп менән Эрдоған уртаҡ фекергә килә алмаған. Төркиә менән АҠШ араһында фекер айырымлыҡтары тиҙ генә хәл ителергә оҡшамаған. Трамп белдереүенсә, Төркиә тарафынан Рәсәйҙән С-400 зенит-ракета комплексын һатып алыуы АҠШ менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте ҡатмарландыра. Эрдоған иһә, Төркиәлә үткән быуат башында әрмәндәрҙе ҡырыуҙарын АҠШ тарафынан геноцид тип танылыуы менән бәйле ризаһыҙлығын белдерҙе.

Трамптың үҙ мәшәҡәттәре етерлек, сөнки Сенатта үҙенең дошмандары импичмент хаҡында фекер алышыуҙар башланы һәм тулҡынланырға мәжбүр итә.
Читайте нас: