+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2019, 17:35

Милли проекттар үтәлешен кем контролдә тота? Владимир Путин РФ Финанс күҙәтеүе хеҙмәте директоры менән осрашты.

Рәсәйҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик күп аҡса бүленгән. Ләкин аҡсаларҙы тотоноу ауырлыҡ менән бара. Хөкүмәт ултырышында был хаҡта РФ Генераль прокуроры Юрий Чайка ла әйтеп үте. Йыл башынан ике мең ярымдан ашыу закон боҙоуҙарға юл ҡуйылған. Ә Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡсаларҙы файҙаланыуҙың уңайлы юлдарын тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты Финанс күҙәтеүе хеҙмәте директоры Юрий Чиханчин менән осрашты. Юрий Чиханчин: “Хеҙмәт закон боҙоуҙарға юл ҡуйыусылар менән етди шөғөлләнә, әгәр федераль закон боҙолһа, енәйәт эше ҡуҙғатырға тәҡдим итә. Әлегә “Экология” тармағы буйынса финианстарҙы файҙаланыу ауыр барһа, “Һаулыҡ һаҡлау” өлкәһендә закон боҙоуҙар йышыраҡ осрай”, – тип белдерҙе.
Ҡағиҙә буйынса, теге йәки был йүнәлешкә аҡсаны тотоноу конкурс ярҙамында ойошторолорға тейеш. Конкурс талаптарына һылтанып, законды боҙорға теләүселәр йыш осрай икән.
Рәсәй Президенты милли проекттарға бүленгән сығымдарҙы тиҙ һәм законға ярашлы тотоноуҙы яйға һалыуҙы талап итте.
Читайте нас: