+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 10:40

Дауаханалар яңы кадрҙар менән көсәйтеләсәк. Радий Хәбиров белдереүенсә, был программа киләсәктә лә эшләйәсәк.

Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү хаҡында һөйләне.Республика Башлығы Радий Хәбиров, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу тармаҡтағы байтаҡ проблемаларҙы хәл итеүгә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне һәм етди талаптар ҡуйҙы.

Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү хаҡында һөйләне.
Республика Башлығы Радий Хәбиров, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу тармаҡтағы байтаҡ проблемаларҙы хәл итеүгә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне һәм етди талаптар ҡуйҙы.
Әле “Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә 99 белгескә – берәр миллион, ун фельдшерға бишәр йөҙ мең һум аҡса бирелергә тейеш ине. 37 табип һәм биш фельдшер аҡсаларын алған һәм урындарҙа эшкә тотонған. Ҡалғандары киләһе ай баштарына аҡсаларын аласаҡ һәм эш урындарына барасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, йыл башынан 371 табип һәм фельдшер эшкә ҡабул ителгән.
Был йүнәлештә эш дауам итә. Быйыл меңдән ашыу студент һәм 442 ординатор менән килешеү төҙөлгән. Студенттар – бишәр мең һум, одриданоторҙар һигеҙ мең һум күләмендә өҫтәмә стипендия ала.
Радий Хәбиров: “Һеҙҙең кадрҙарығыҙ уҡып бөткәндән һуң һеҙгә ҡайтырға, эшкә урынлашырға һәм иң кәмендә өс йыл эшләргә тейеш”, – тип улар менән бәйләнеште өҙмәҫкә ҡушты.
Читайте нас: