+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 10:30

Владимир Путин Эммануэль Макрон менән телефон аша һөйләште. Иғтибар үҙәгендә – Украина һәм Сүриә.

Рәсәй менән Францияның ҡараштары Украина һәм Сүриәләге хәлдәргә ҡарата яҡын. Ике ил президентының телефон аша һөйләшеүендә Украиналағы хәлде “Нормандия форматы” сиктәрендә хәл итеү мәсьәләһе ҡаралды. Рәсәйҙең Украинаға хәрби караптарын изге ихтыяр йөҙөнән кире ҡайтарыуҙарын Франция ҡәнәғәтлек менән ҡабул итте.

Украиналағы конфликтты көйләү Рәсәй-Франция-Германия-Украина ҡатнашлығында 9 декабрҙә Францияла дауам итәсәк.
Владимир Путин менән Эммануэль Макрон Сүриәләге хәлдәрҙе ҡараны һәм конституция йыйылышын ойоштороу – ыңғай күренеш, тип баһаланы.
Франция менән Рәсәй Украиналағы һәм Сүриәләге ваҡиғаларҙы хәл итеү өсөн артабан да хеҙмәттәшлек итәсәк.
Читайте нас: