Республика Хөкүмәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика иҡтисадының туғыҙ айлыҡ йомғаҡтарын иғлан итте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йыл башынан төп капиталға инвестициялар индереү 115,1 процентҡа еткән. Республика милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Сентябрь указын ҡабул итте һәм иҡтисад алдында ҙур бурыстар ҡуйҙы. Мәҫәлән, 2024 йылға инвестициялар индереүҙе 500 млрд. һумға еткереү бурысы тора. Шуның өсөн төп капиталға инвестициялар индереүҙе йыл һайын 10 процентҡа арттырыу кәрәк.
Йыл башынан сәнәғәт үҫеше – 104,4 процент, ауыл хужалығында 100,4 процент тәшкил итә. 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, үҙеш 106,5 процент.
Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Төҙөлөш тармағын үҫтереү һәм әлеге үҫеште һаҡлап ҡалыу “Торлаҡ һәм шәһәр мөхите” төбәк проектын уңышлы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк”, – тип билдәләне.