-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2019, 11:25

“Берҙәм Рәсәй”. Партияның абруйы эш менән нығытылырға тейеш.

Үткән шәмбе Мәскәү ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХIХ съезы үтте. Партия үткән йылдарға йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә бурыстар билдләне. 2021 йылдың көҙөндә Дәүләт Думаһына сираттағы һайлауҙар үтергә тейеш.

Үткән шәмбе Мәскәү ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХIХ съезы үтте. Партия үткән йылдарға йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә бурыстар билдләне. 2021 йылдың көҙөндә Дәүләт Думаһына сираттағы һайлауҙар үтергә тейеш.
Партия съезы делегаттары алдында РФ Президенты Владимир Путин сығыш яһаны һәм алда торған бурыстар тураһында һөйләне. Хәҙер “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булып та теге, йәки был вазифаға үҙеңде үҙең күрһәтеүгә сик ҡуйыла. Партия иң лайыҡлыларҙы ғына төбәк башлығы вазифаһына, йәки депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтәсәк. Власть партияһының төп бурысы – милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, тимәк, халыҡтың тормошон яҡшыртыу. Президент, Рәсәй халҡы тормоштоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүен үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм тойорға тейеш, тип билдәләне.
Делегаттар алдында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев партия алдында торған бурыстар хаҡында телмәр тотто.
Съезд делегаттары “Берҙәм Рәсәй” партияһының эшсе органдарын һайланы. Партияның иң юғары органы ағзалары араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та бар. Радий Фәрит улы аҙаҡҡы һайлауҙарҙа башлыҡ вазифаһына “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаты сифатында ҡатнашты һәм 82 проценттан ашыу тауыш йыйып, ышаныслы еңеүгә өлгәште.
Читайте нас: