+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2019, 11:25

Владимир Путин урындағы чиновниктарҙы йолҡҡоларға һәм һелкетергә саҡырҙы. Бының өсөн тура эфир мотлаҡ түгел.

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығышында “сираттағы тура эфирҙы көтмәҫкә”, кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү өсөн “түрәләрҙе йолҡҡоларға һәм һелкетергә” саҡырҙы. Партия ағзалары халыҡ ихтыяждарын белергә һәм кешеләрҙең проблемаларын хәл итергә тейеш. Президент фекеренсә, беҙ Рәсәйҙең оҙайлы стратегик үҫешен тормошҡа ашырыу өсөн йәмғиәтте тупларға бурыслы. Бындай осраҡта проблемаларҙы йәшерергә ынтылыу, йәки “ниндәй ҙә булһа етешһелектәрҙе келәм аҫтына һеперергә тырышыу” үҙен аҡламаясаҡ.

Урындарҙа власть халыҡ ихтыяждарын хәл итергә тырыша, кешеләргә яҡыная бара. Был йәһәттән “Инцедент” программаһын иҫкә алыу ҙа етә. Былтырҙан бирле был бәйләнеш сараһы урындарҙа байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирҙе. Теге, йәки был етешһеҙлек хаҡында (емерелгән күпер, эшләмәгән клуб, урамда ут юҡ, һ.б.) юғарыға туранан-тура хәбәр итеү тиҙ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ файҙа бирә. Ике яҡлы бәйләнештең был алымын үҫтереү етәкселек өсөн дә отошло.
Читайте нас: