+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 11:05

Иғтибар үҙәгендә – Украиналағы хәлдәр. Путинға Зеленский шылтыратты.

Европалағы партнерҙар Рәсәй менән Украина араһында газ ташыу тураһында килешеүҙең әле булһа төҙөлмәүе өсөн борсолоу белдерә.

Кисә РФ Именлек советының оператив кәңәшмәһендә Украиналағы хәлдәр ҡаралды. Рәсәй Президенты Владимир Путин Советтың даими ағзаларына “Норманд форматы”ның декабрҙә Францияла үтәсәк осрашыуына әҙерлек мәсьәләләре хаҡында һөйләне. Советтың даими ағзалары һуңғы көндәрҙә Украина проблемалары буйынса икенсе тапҡыр йыйыла һәм кәңәшләшә.
Көн аҙағында Украина яғы үтенесе буйынса президент Владимир Зеленский менән Рәсәй лидеры Владимир Путиндың телефон аша һөйләшеүе булды. Әңгәмә ваҡытында Рәсәй – Украина мөнәсәбәттәре буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Ике ил етәксеһе Керчтағы конфликттан һуң Украинаның өс карабын ҡайтарыу мәсьәләһен тикшерҙе. Әлбиттә, ҡыш яҡынайыу менән бәйле, Европалағы партнерҙар Рәсәй менән Украина араһында 2020 йылға газ ташыу буйынса килешеүҙең әле булһа төҙөлмәүе сәбәпле, борсолоу белдерә. Владимир Путин менән Владимир Зеленский ошо хаҡта фекер алышты. Рәсәй менән Украина етәкселәре декабрҙә Францияла үтәсәк осрашыу менән бәйле ҡараштары менән уртаҡлашты.
Ике илдең дә лидерҙары бындай һөйләшеүҙе артабан да дауам итергә ҡарар итте.
Читайте нас: