Быйыл Башҡортостанда милли проекттар, маҡсатлы инвестицион программалар буйынса ҡаралған ике тиҫтәнән ашыу социаль объекттар төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыуға әҙерләнә.
Башҡортостан Хөкүмәтендә ойошторолған “Төҙөлөш сәғәте”ндә объекттарҙың төҙөлөү барышы ҡаралды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, төрлө проблемалар бар, ләкин улар ваҡытында һәм урынында хәл ителә.
Өфөлә Кардиология үҙәгенең корпусын ремонтлау һәм эргәһенә яңы корпус төҙөү – 2022 йылға тамамланырға, ә Онкология диспансеры 2021 йылда сирлеләрҙе ҡабул итергә тейеш.
Яҡын йылдарҙа төҙөлөп бөтөргә тейеш объекттар исемлегендә Милов паркы биҫтәһендәге 1225 урынлыҡ мәктәп, Бөрйәндә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы, Сибай филармонияһы бинаһын реконструкциялау бар. Затон биҫтәһенең Ҡамышлы урамындағы Спорт әҙерлеге үҙәге күнегеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер. Ә бына Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын ремонтлау, Балалар онкологияһы диспансеры үҙәге төҙөлөшө буйынса документтар әҙер. Сиратта – Өфө көрәш һарайы, воллейбол үҙәге, Бөрөлә – балалар тыуҙырыу йорто, Ишембайҙа – акушер-гинекология корпусы, Мәсәғүттә – 200 урынлыҡ Балалар поликлиникаһы, Рус драма театрын, Өфөнөң 9-сы поликлиникаһын ремонтлау буйынса финанслау мәсьәләләре хәл ителә.