+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2019, 11:25

Мәскәү төбәк башлыҡтарының һөҙөмтәлелеген баһалай. Башҡортостан Башлығы – иң тәүгеләр иҫәбендә.

Көнөбөҙҙө һәйбәт хәбәр менән башлайбыҙ.

Көнөбөҙҙө һәйбәт хәбәр менән башлайбыҙ. Асыҡлыҡ, һөҙөмтәлелек, талапсанлыҡ йәһәтенән Башҡортостан етәкселеге хәҙер тәүгеләр иҫәбендә урын алды. Ишеткәнһегеҙҙер, Көнсығыш юлы төҙөлөшө, ниһайәт, хәл ителә, йәшәгән урындарыбыҙҙы төҙөкләндереү буйынса ла ҙур эштәр башҡарыла. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ла күҙгә күренерлек һөҙөмтәләр бар. Өр-яңы һәм ремонтланған юлдар, балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлөүе, ФАП-тар асылыуы, һаулыҡ һаҡлауҙа ыңғай үҙгәрештәр – милли проекттарҙың тәүге емештәре. Алда ҙур эштәр, хәл итәһе бурыстар көтә. Халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, тормошон яҡшыртыу буйынса етәкселек артабан да арымай-талмай эшләр, тип өмөтләнәбеҙ.
РФ Президенты хакимиәте төбәктәрҙә йәшәүсе халыҡтың етәксегә ҡарата ышаныс кимәлен баһалай. Беренсе йомғаҡтар буйынса, тәүгеләр иҫәбендә – Чечня, шулай уҡ Тула, Курск өлкәләре һәм Башҡортостан.
Президент хакимиәте “Инцидент-менеджмент” системаһы күҙәтеүҙәрендә кире мәғлүмәттәргә ҡарата хәл итеү тиҙлеген баһалаған. Урындағы халыҡ “вәғәҙәләр өләшеүселәрҙе” түгел, теге йәки был хәбәргә ҡарата тиҙ һығымта яһаусы, проблеманы хәл итеүсе етәкселәргә өҫтөнлөк бирә. Ошо йәһәттән РФ Президенты хакимиәте Санкт-Петербург губернаторы Александр Бегловты һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты билдәләп үткән.
Читайте нас: