-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 11:35

Рәсәй Президенты кисә Санкт-Петербургта булды.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәү менән Санкт-Петербург араһындағы М-11 түләүле автотрассаны асыуҙа ҡатнашты. Президент тәҡдиме менән яңы юлға “Нива” исеме бирелде. Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөндә әлеге автотрасса иң яҡшыһы буласаҡ, Мәскәүҙән Питерға һанаулы сәғәттәрҙә барып етергә мөмкин. Ләкин трассаны яҡшыртыу ихтыяжы бар. Яғыулыҡ менән тәьмин итеү, ял итеү, ҡапҡылап алыу урындары етешмәй.

Санкт-Петербургта Владимир Путин үҙе уҡыған университеттың күптән түгел вафат булған президенты Людмила Вербицкаяның йыназаһында ҡатнашты.
Президент фронтовик-яҙыусы һәм гуманист Даниил Граниндың һәйкәлен асты һәм сәскәләр һалды.
Ил башлығы төньяҡ баш ҡаланың етештереү предприятиеларында булырға, кешеләр менән аралашырға өлгөрҙө. Заманса караптар төҙөү верфында “Николай Зубов” исемен йөрөтәсәк патруль боҙватҡысына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты.
Читайте нас в