+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 11:16

Туғыҙ айҙа 31654 бала тыуған. Был күпме, әллә әҙме?

Рәсәйҙә “Демография” милли проектының үтәлеше етәкселектә борсолоу тойғоһо уята. Борсолорға урын бар, сөнки 31654 баланың тыуыуы күп һымаҡ күренһә лә, был һандар былтырғынан байтаҡҡа кәм. Шуға күрә тынысланырға иртә.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөгә килгән 48 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.
– Һеҙ – ғаиләләрҙе тотоп тороусылар, именлегебеҙҙе һәм киләсәгебеҙҙе хәстәрләүселәр, – тине Радий Хәбиров осрашыу ваҡытында. – Һеҙҙең шәхси батырлығығыҙ башҡалар өсөн үрнәк. Әле яңы ғына беҙ Рәсәйҙә әсәйҙәр көнөн билдәләнек. Һеҙҙең шәхси өлгөгөҙ башҡалар өсөн үрнәк булып хеҙмәт итә. Республика Хөкүмәте социаль тәьминәтте нығытыуға ҙур иғтибар бүлә, беҙ балаларҙың күберәк тыуыуын теләйбеҙ.
Әсәйҙәр республика Башлығынан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, күп балалы ғаиләләргә шәхси төҙөлөш өсөн ер бүлеү мәсьәләһе хаҡында һөйләшеүҙәр булды.
Әсәйҙәрҙе бүләкләү был юлы ифрат тантаналы яңы форматта үтте. Быныһы ваҡиғаның мөһимлегенә һәм әһәмиәтенә ишара булһа, Башлыҡтың һәр береһенә йылы һүҙ, рәхмәт әйтеүе килгән әсәйҙәргә бигерәк тә оҡшаны.
Читайте нас: