-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 11:26

Йәш белгестәр килде һәм эшкә тотондо.

Баш ҡаланың 21-се дауаханаһына 27 табип эшкә килде. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты – бөгөнгө көндә Рәсәйҙә иң ауыр проблемаларҙың береһе. Халыҡтан ялыуҙар күп, табиптар етешмәй, тикшереү йыһаздары иҫкергән.

Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн эшкә яңы белгестәр ҡабул ителә, өр-яңы дауаханалар төҙөлә, йыһаздар һатып алына. Быйыл Өфөнөң 21-се дауаханаһында 27 табип, 30-ҙан артыҡ урта персонал эшкә ҡабул ителде.
Дауаханала хәҙер яңы табиптар күп. Баш врач Ринат Йәүҙәт улы Нагаев та ике аҙна элек кенә эшкә тотондо. Ринат Йәүҙәт улы йәштәрҙе электән эшләгән коллектив менән таныштырыу сараһы үткәрҙе. 21-се дауахана республикала иң көслөләрҙең береһе, уның үҙ традициялары бар. Сирлеләрҙе өр-яңы алымдарға таянып дауалайҙар.
Йәштәргә дауахананың тәжрибәле табиптары уңыштар теләп мөрәжәғәт итте. Яңы килгәндәр тапҡырлыҡта үҙ-ара көс һынашты, үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте. Дауахана хакимиәте йәш белгестәргә уңыштар теләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Читайте нас в