-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 11:17

Милләт-ара дуҫлыҡты һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы. Президент ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышында мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Үткән аҙна аҙағында РФ Президенты Владимир Путин Ҡабарҙы-Балҡар республикаһының Нальчик ҡалаһында милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышына рәйеслек итте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәйҙә милли сәйәсәт эшмәкәрлегенең маҡсаттарын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләште.

Владимир Путин раҫлауынса, Рәсәй – күп милләтле һәм күп конфессиялы дәүләт булараҡ, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тоторға тейеш. Был мәсьәлә менән һәр ваҡыт шөғөлләнергә кәрәк.
Ултырышта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын да иҫкә алдылар. Көнбайыш илдәрендә тарихты яңынан яҙырға тырышыу, Еңеүҙең әһәмиәтен кәметергә ынтылыу бар. Рәсәй бындай уйҙырмаларға ҡаршы сығырға тейеш. 2020 йыл Рәсәйҙә “Хәтер һәм дан йылы”, тип иғлан ителде, көҙ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буласаҡ. 2022 йыл Рәсәйҙә “Халыҡтар сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы”, тип иғлан ителәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡабарҙы-Балҡар республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты.
Читайте нас в