+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 11:30

Фельдшер, акушерҙарға ярҙамға заманса интернет килә. Йыл аҙағына тиклем 400-гә яҡын ФАП юғары тиҙлектәге интернет аша эшләйәсәк.

“Һаулыҡ һаҡлау” дәүләт проектын тормошҡа ашырыу быға тиклем иғтибарҙан ситтә торған фельдшер-акушер пункттары селтәренә ҡарата иғтибарҙы арттырҙы. “Рәсәйҙә һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 400-ләп ФАП юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк.

2021 йылға тиклем юғары тиҙлекле интернетты тағы 1242 ФАП-ҡа үткәреү планлаштырыла. Был технологиялар РФ һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән “Башинформсвязь” йәмғиәте араһында килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Интернетҡа тоташтырыуҙың өҫтөнлөгө шунда, медицина күрһәткестәрен үҙәк дауахананың юғары квалификациялы табиптарына ебәрергә һәм консультациялар алырға мөмкин. Был алым пациенттарҙы дауалағанда ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Читайте нас: