+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 09:50

Бөгөн эшҡыуарҙар “Торатау” конгресс-холында йыйыласаҡ. Эшҡыуарлыҡ рухы һеҙҙе фойенан уҡ ҡаршы аласаҡ.

Йыйындың ойштороусылары БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, эшҡыуарлыҡ буйынса БР дәүләт комитеты, “Минең бизнес” хоҡуҡи ярҙам үҙәге, “Рәсәй терәге”, “Эшлекле Рәсәй” хәрәкәттәре йыйылыусыларға ҙур программа тәҡдим итә. Фойела ошонда ҡатшашыусы эшҡыуарҙар тарафынан етештерелгән продукция, күргәҙмәләр менән танышырға мөмкин.

Бизнес вәкилдәре, алдан төҙөлгән программаға ярашлы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап аласаҡ, проблемаларҙы уртаға һалып тикшерәсәк.
Хәҙерге бизнес милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ниндәй өлөш индерә ала? Эшҡыуарҙарҙан тыш милли проекттарҙы ҡаралған мәсьәләләрҙе хәл итеп буламы? Район һәм ҡала хакимиәттәрендә башлыҡтарҙың эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары институтын булдырыу үҙен аҡланымы?
Форумда ҡатнашыусылар ошо һорауҙарға яуапты бергә эҙләйәсәк.
Читайте нас: