+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 11:20

9 декабрҙә Парижда Норманд форматында осрашыу асыласаҡ. Владимир Путин менән Владимир Зеленский нимә хаҡында һөйләшәсәк?

Мәғлүм булыуынса, Парижда Норманд форматындағы осрашыуҙа Украина проблемаһы ҡараласаҡ. Франция был осрашыуға ҙур әһәмиәт бирә һәм һөйләшеүҙәрҙе Париждың Елисей һарайында үткәрергә теләй.

Мәғлүм булыуынса, Парижда Норманд форматындағы осрашыуҙа Украина проблемаһы ҡараласаҡ. Франция был осрашыуға ҙур әһәмиәт бирә һәм һөйләшеүҙәрҙе Париждың Елисей һарайында үткәрергә теләй.
Күҙәтеүселәр осрашыуҙың бик көсөргәнешле үтәсәген алдан уҡ фаразлай. Украина лидеры, мәҫәлән, Минск килешеүҙәренең уны ҡәнәғәтләндермәүе хаҡында бер нисә тапҡыр белдереп өлгөрҙө. Иң ҡыҙығы шул, Европала Киев проблемаларының сәйәсмәндәрҙе екһетеүе күҙәтелә. Быға ғәжәпләнеү урынһыҙ, шоу-бизнестан килгән президент, күренеп тора, үҙ урынында түгел, тәжрибәһе юҡ, үҙенә һәм илгә нимә кәрәк икәнлеген дә белмәй.
Европала Украина проблемаларының яҡын арала хәл ителеүенә ышанмайҙар. Бөгөн уларҙы газ һәм һалҡын ҡыш күберәк борсой.
Әйткәндәй, газ тураһында. Владимир Путин менән Владимир Зеленскийҙың зәңгәр яғыулыҡ хаҡында айырым форматта һөйләшеүен һәм мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙәрен көтөүселәр күп. Шуға күрә Елисей һарайындағы һөйләшеүҙәрҙә күберәк Донбастағы тыныслыҡ түгел, ә Европаны газ менән тәьмин итеү мәсьәләһе өҫтөнлөк алыуы бик ихтимал.
Етмәһә, Мәскәүҙең ҡулында, “Себер көсө”н файҙаланыуға тапшырғандан һуң, ифрат йоғонтоло ҡорал барлыҡҡа килде. Европаға хәҙер Рәсәйгә баҫым яһау һәм хаҡтар менән уйнау файҙа бирмәйәсәк. Ҡытай иҡтисады йыл һайын 38 миллиард кубометр газды тотороҡло хаҡҡа һатып аласаҡ. Ә бындай ҡеүәтле ҡулланыусы булған осраҡта Рәсәй иҡтисады өсөн борсолоу урынһыҙ.
Читайте нас: